Сочиға кемдәр бара?04.02.2019
Сочиға кемдәр бара?“Рәсәй лидерҙары” Бөтә Рәсәй конкурсының комиссия ағзалары ошо көндәрҙә финалсыларҙы һайлап алып бөттө. Һуңғы көс һынашыу этабына Башҡортостандан алты кеше сыҡҡан. Улар – Тимур Әхмәҙинуров (“Башнефть-Розница” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), Азат Ахунов (“Стафф” кадрҙар агентлығы), Илгиз Байморатов (“Финэкспертиза-Сеть” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), Дмитрий Денисенко (“Акустик материалдар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте), Сергей Решетников (“АНК Башнефть”), Олег Сурначев (“Аҡ Барыҫ” банкы).

“Волга буйы округында 12 төбәктән 34 конкурсы финалға саҡырылды. Улар Түбәнге Новгород өлкәһенән – 7, Башҡортостандан – 6, Һамар өлкәһенән – 6, Татарстан Республикаһынан – 4, Һарытау өлкәһенән – 3, Пермь крайынан – 2 кеше. Шулай уҡ Марий Иле, Мордва һәм Сыуаш республикаларынан, Ырымбур, Пенза, Ульянов өлкәләренән берешәр кеше сыҡҡан”, – тине конкурс етәксеһе, “Рәсәй – мөмкинлектәр иле” генераль директоры Алексей Комиссаров.

“Рәсәй лидерҙары” финалы 13-нән 17 мартҡа тиклем Сочи ҡалаһында үтәсәк.





Вернуться назад