Депутатҡа барырға кәрәкмәй01.02.2019
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына һорау биреү өсөн хәҙер хат яҙыу йәки уларҙың кабинетына барыу мотлаҡ түгел: уларға республика парламентының интернеттағы сайтында ла яҙырға була.

Рәсми порталда бының өсөн “Мөрәжәғәттәр һәм наказдарҙы электрон ҡабул итеү” тигән рубрика асылды. “Һайлаусылар хәҙер депутатҡа туранан-тура мөрөжәғәт итә йәки наказ бирә ала. Мәҫәлән, биләмәне үҫтереү һәм төҙөкләндереү буйынса тәҡдимдәр бирергә мөмкин”, – ти парламент Рәйесе Константин Толкачев.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика