Төбәктә коррупция бармы?01.02.2019
Радий Хәбиров төбәктә коррупцияға ҡаршы эш итеүҙе координациялау комиссияһы ултырышын үткәрҙе.

Унда былтыр ошо өлкәләге саралар планының үтәлеше тикшерелде. Эш һөҙөмтәләре тураһында Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары Алексей Касьянов һөйләне. Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов республикалағы коррупция кимәлен баһалау маҡсатында үткәрелгән социологик тикшеренеү йомғаҡтары хаҡында хәбәр итте. Уның әйтеүенсә, респонденттарҙың күпселеге төбәктә коррупция бар, әммә проблема әллә ни киҫкен түгел, тип һанай.

Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса дәүләт һәм муниципаль власть органдары етәкселәренә тейешле күрһәтмәләр бирелде.




Вернуться назад