Пенсия йәшен кәметтеләр30.01.2019
Пенсия йәшен кәметтеләрИталия президенты Серджо Маттарелла илдә пенсия йәшен кәметеү хаҡында документҡа ҡул ҡуйҙы. Хәҙер хаҡлы ялға сығыу кешенең йәше + хеҙмәт стажы формулаһы буйынса иҫәпләнә. Дөйөм һан 100 булырға тейеш.

Шуның иҫәбенә пенсияға китеү 65 – 67 йәштән биш йылға кәметелә. Ғүмерҙең был осорона еткән халыҡтың күбеһе 38 йыл хеҙмәт стажы йыйып өлгөрә.

35 йыл стажы булған ҡатын-ҡыҙҙарға хаҡлы ялға алдан – 58 – 59 йәштән сығыу мөмкинлеге лә ҡаралған.



Вернуться назад