Һеҙҙе ул ҡабул итәсәк29.01.2019
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Генераль советы Президиумы ҡарары менән Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, төбәк парламенты Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова партия рәйесенең Башҡортостандағы төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова 1997—2004 йылдарҙа — “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһында хәбәрсе, комментатор, “Даирә” ижади берекмәһе етәксеһе, сәйәси күҙәтеүсе, 2004—2010 йылдарҙа — “Спутник ФМ” республика мәғлүмәт-музыка радиоканалының баш мөхәррире, 2010—2013 йылдарҙа “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының телевидение студияһында баш мөхәррир булып эшләй.




Вернуться назад