Константин Толкачев – үҙ урынында26.01.2019
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда, ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ күп ине: дәүләт органдары етәкселәре, сәйәсмәндәр, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре мөһим сараға йыйылды.

Мөһим сарала – “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе конференцияһында – 203 делегат ҡатнашты. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡотлау һүҙен уҡып ишеттергәс, партияның Волга буйы төбәк-ара координация советы етәксеһе Вячеслав Тимченко сығыш яһаны.

– Республика етәксеһе Радий Хәбировты күптән беләм. Ул – беҙҙең партиянан лайыҡлы кандидат. Барлыҡ көнүҙәк проблемаларҙы хәл итә аласағына, республика мәнфәғәтендә бөтөн көсөн һалып эшләйәсәгенә ышанам, – тине Вячеслав Степанович.

Артабан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары Константин Толкачев “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең, “Берҙәм Рәсәй” партияһының XVIII съезында партия уставына индерелгән үҙгәрештәрҙе лә иҫәпкә алып, 2019 йылға бурыстары тураһында” тигән доклад менән сығыш яһаны.

Конференция “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретарының, Төбәк сәйәси советы ағзаларының, Төбәк сәйәси советы президиумы ағзаларының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар сығарҙы.

Артабан йәшерен тауыш биреү юлы менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе секретары һайланды. Ул – Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.

Шулай уҡ Төбәк сәйәси советы һәм Төбәк сәйәси советы президиумы ағзалары һайланды.


Вернуться назад