Фәрхәд Самедов вазифаһынан китә07.01.2019
Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Фәрхәд Самедов вазифаһынан китә.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында донъя күрҙе. Уға ярашлы, Фәрхәд Самедов быйыл 14 ғинуарҙан үҙ теләге менән эшенән бушатыла. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле бурыстарын ул 2018 йылдың июленән башҡара ине.




Вернуться назад