Президент Владимир Путин Радий Хәбировты байрам менән ҡотланы31.12.2018
Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировты яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән ҡотланы.

“Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Яңы йыл менән ҡотлайым! Ошо бөтәбеҙ ҙә яратҡан байрам беҙҙе һәр саҡ өйҙәге усаҡ шикелле йылытып торһон, туғандар һәм яҡындар менән аралашыу бәхетен бүләк итһен, изге үҙгәрештәргә өмөт уятһын. 2019 йыл уңыш, тыныслыҡ, именлек һәм үҙ-ара аңлашыусанлыҡ алып килһен. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ниәттәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйем”, – тиелә ил етәксеһенең ҡотлауында.


Радий Хәбировҡа ҡотлауҙар килеүен дауам итә.


Вернуться назад