ЙЫЛ КЕШЕҺЕ! Өмөт һәм ышаныс бағлайбыҙ25.12.2018
Хөрмәтле милләттәштәр! Йылды барлар мәл етте. “Башҡортостан” гәзите быйыл үҙенең хеҙмәте, ҡыҙыҡлы идеялары менән уңыштар яулаған замандаштарыбыҙҙы, республикабыҙ иҡтисадына тос өлөш индергән, шул уҡ ваҡытта баҫмабыҙҙы таратыуҙа әүҙем ҡатнашҡан предприятие һәм ойошмаларҙы билдәләне. Редакция коллективы ҡарары буйынса иң лайыҡлыларға йыл номинациялары бирелде.

Радий Хәбировты Башҡортостан халҡы электән яҡшы белә. Ул беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың командаһында байтаҡ йылдар хакимиәт башлығы булып эшләгәйне.

Унан һуң федераль үҙәктә төрлө юғары вазифаларҙа үҙ көсөн һынаны. Беҙгә иһә Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһы мэры булып эшләгәндән килде.

Уның яуаплы хеҙмәткә тәғәйенләнеүенә өс ай ҙа үтмәне әле, әммә ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында үҙен йүнсел, асыҡ, кешелекле, хәстәрлекле сәйәсмән итеп күрһәтергә өлгөрҙө. Халыҡ уға ышана һәм өмөтләнә. Башлыҡ кешеләргә яҡын булыуҙың бик ҡулай юлын тапҡан. Һәр кем уға социаль селтәрҙәрҙәге шәхси сәхифәһе аша мөрәжәғәт итә ала. Һүҙ ҙә юҡ, Радий Фәрит улына көн һайын йөҙҙәрсә мөрәжәғәт, ялыу, өмөт тулы хат килә. Был тиклем көсөргәнешле даирәлә эшләү, һис шикһеҙ, ауыр, ләкин етәксе үҙе һайлаған юлдан ситкә тайпылырға уйламай ҙа. Ул ғына түгел, яуаплы вазифалағы барлыҡ чиновниктарға ла ошо рәүештә эш алып барырға ҡушылған. Бер һүҙ менән әйткәндә, власть хәҙер халыҡҡа яҡынайҙы.

Радий Хәбиров тәүге көндәрҙән үк үҙен хужалыҡсыл етәксе итеп күрһәтте. Өфө урамдарындағы легаль булмаған пассажир ташыусылар менән башлаған көрәше һәм был тармаҡта тәртип урынлаштырыуҙы талап итеүе лә ошо хаҡта һөйләй. Йәнә баштан уҡ ул кешеләрҙе борсоған иң мөһим мәсьәлә – һаулыҡ һаҡлау тармағын иғтибар үҙәгенә алды. Өлкәлә тәртип урынлаштырыу өсөн ҡайһы бер “баштар осто”, ләкин эш ҡәтғи ойошторолдо, әле лә ошо йүнәлештә дауам итә. Урамдарҙың ҡарҙан ваҡытында таҙартылыуы, юл хәүефһеҙлеге, алданған өлөшсөләр, матур, таҙа подъездар... Тәү ҡарашҡа, ваҡ, әммә көнүҙәк мәсьәләләр менән Радий Фәрит улы шәхсән үҙе көн дә шөғөлләнә.

Ошо арала республика халҡын борсоған Торатау проблемаһына ла нөктә ҡуйҙы ул. Геопарк булдырып, тауҙы һаҡлап ҡалыуға өлгәште етәксе.
Аҙна һайын тиерлек Башлыҡ эш сәфәре менән республиканың ҡала һәм райондарына сыға. Бында ла уны кешеләр көтә, проблемалары менән уртаҡлаша. Радий Фәрит улы бер кемде лә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй һәм таба.

Башҡортостан халҡы Радий Хәбировтың һәр аҙымын социаль селтәрҙәр, телевидение һәм гәзит аша күҙәтеп тора. Дәртле, сәмле етәксебеҙгә бик ҙур өмөт бағлайҙар һәм ышаныс белдерәләр.


Вернуться назад