Путин һорауҙарға яуап бирә20.12.2018
Бөгөн Владимир Путин Рәсәй һәм сит ил журналистары өсөн ҙур матбуғат конференцияһы үткәрә. Һәр ваҡыттағыса, был сара йәмәғәтселектең оло иғтибарын йәлеп итте. Уға киң мәғлүмәт сараларынан 1700 кеше аккредитация алды.

Матбуғат конференцияһында илдең төрлө төбәктәренән дә, Америка, Германия кеүек сит илдәрҙән дә ҡатнашыусылар бар. Башҡортостанды “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан Станислав Шахов кәүҙәләндерә.

Йылды йомғаҡлаған был сара Владимир Путиндың илгә етәкселек итеү осоронда ун дүртенсеһе. Киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән аралашыуға Рәсәй Президенты бығаса дөйөм алғанда 43,5 сәғәт сарыф иткән дә инде.


Вернуться назад