Руслан ҒИЗЗӘТУЛЛИН: "Бөтә булған көстәрҙе берләштереү төбәк тормошон яҡшыртыуға килтерәсәк"18.12.2018
Руслан ҒИЗЗӘТУЛЛИН, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе:
– Халыҡтың тормош кимәле – республика власы органдарының эш күрһәткестәренә бәйле. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Мөрәжәғәтнамәлә әйтелгән ошо ябай һәм шул уҡ ваҡытта аныҡ талабы барлыҡ министрлыҡ һәм ведомстволар, беҙҙең партия ағзалары эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше буласаҡ.

Был йәһәттән һөҙөмтәле эшләр өсөн Радий Хәбиров төп иғтибарҙы Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән 12 милли проектҡа йүнәлтте. Беҙҙең партия быны контролдә тотоу өсөн эш төркөмдәре булдыра. Бөтә булған көстәрҙе берләштереү төбәк тормошон яҡшыртыуға килтерәсәк. Быға республика етәксеһе лә, беҙ ҙә ышанабыҙ.






Вернуться назад