Мортаза РӘХИМОВ: "Мин республика Башлығының бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһен ыңғай баһалайым"18.12.2018
Мортаза РӘХИМОВ, Башҡортостандың тәүге Президенты:

— Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә аныҡ проблемалар яңғыраны. Ике ай эсендә ул күп ҡалаларҙы, райондарҙы йөрөп сыҡты, бөгөн республика халҡының нисек йәшәүен белде. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда бығаса эшләп килгән идара итеү системаһы емерелде. Әгәр элек шул уҡ Баймаҡ, Хәйбулла йәки Әбйәлил райондары халҡы баҫыуҙарҙа, фермаларҙа тир түкһә, хәҙер эш эҙләп башҡа төбәктәргә китергә мәжбүр. Мин республика Башлығының бөгөнгө Мөрәжәғәтнамәһен ыңғай баһалайым.

Радий Хәбиров ауылда үҫте, төрлө вазифаларҙа, шулай уҡ Мәскәүҙә эшләне, уның бай тормош тәжрибәһе бар. Шуға ла ул минең кәңәшемә мохтаж түгел, тип иҫәпләйем. Бөгөн Радий Фәрит улы республикала булған проблемалар хаҡында һөйләне, башҡарма власть алдында үтәлергә тейеш аныҡ мәсьәләләр ҡуйҙы. Барлыҡ Башҡортостан халҡына бәхет, именлек, яҡшы тормош һәм иң мөһиме – һаулыҡ теләйем.




Вернуться назад