Алдынғылар һәм етәкселәр “Торатау”ға йыйылды18.12.2018
Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға үҙенең беренсе Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.

Мөрәжәғәтнамәлә республика етәксеһе төбәктең үҫеш йүнәлештәрен билдәләне, шуға күрә унда, электән килгән ҡағиҙә булараҡ, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре, предприятиелар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә килгәйне. Сығыш беренсе тапҡыр “Торатау” Конгресс-холында яңғыраны. Был сараның тағы бер яңылығы: Радий Хәбировтың шәхси саҡырыуы буйынса унда Башҡортостандың хеҙмәттә һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә танылыу алған кешеләре ҡатнашты. Зал аяғүрә баҫып, Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимовты ла сәләмләне.

Сараны БСТ, “Башҡортостан-24” телеканалдары, “Юлдаш ФМ”, “Юлдаш” радио станциялары тура эфирҙа күрһәтте. Шулай уҡ bash.news сайтында, БСТ-ның YouTube-каналында, “Бәйләнештә” социаль селтәрендә лә интернет-трансляция алып барылды.


Вернуться назад