Гөлназ Шафиҡова ҡайҙа эшләйәсәк?14.12.2018
Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтына әүәлге министр Гөлназ Шафиҡова етәкселек итәсәк. Бөгөн мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин институт коллективын уның менән таныштырҙы.

Уның әйтеүенсә, Гөлназ Шафиҡова бай эш тәжрибәһенә эйә. Профилле ведомствола, ректор сифатында уның институтҡа килеүе менән республикалағы мәғариф системаһына заманса үҫеш талаптарына ярашлы методик ярҙам күрһәтелер, тип ышаналар.

Гөлназ Шафиҡова яңы вазифалағы эшмәкәрлегендә өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләне.





Вернуться назад