Рәсәй терәге Өфөгә йыйылды14.12.2018
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ буйынса “Рәсәй терәге” дөйөм Рәсәй ижтимағи ойошмаһы лидерҙарының XIII съезы башланды.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров залдағыларҙы сәләмләп, һөҙөмтәле эш теләне.

– Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар, хеҙмәттәштәр! Һеҙҙең барығыҙҙы ла Өфөлә сәләмләүемә шатмын. Башҡортостан беренсе тапҡыр "Рәсәй терәге" лидерҙары съезын ҡабул итә. Был – беҙҙең өсөн ҙур дәрәжә. "Рәсәй терәге" – эшҡыуарлыҡ һәм хакимиәт аралашыуының мөһим майҙансығы, – тине Радий Фәрит улы.


Вернуться назад