Торатауға кил әле, балын тәмләп кит әле...14.12.2018
“Торатау” геопаркын ойоштороу ошо төбәктә агротуризмды һәм умартасылыҡты үҫтереүгә яңы этәргес бирәсәк, тигән фекерҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов.

– Шихандар эргәһендәге Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарының ауыл халҡы аграр бизнес менән әүҙем шөғөлләнә. Улар араһында эшҡыуарҙар ҙа, агротуризмды үҫтергәндәр йәки ошо йүнәлештә эшләргә теләгәндәр бар. Туризм-рекреация зонаһын төҙөү, бер үк ваҡытта фермерҙарға һәм ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперацияһына дәүләт ярҙамы күрһәтеү ауылда агротуристик бизнесты үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ умартасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн киң мөмкинлек асыласаҡ, – тине ул.






Вернуться назад