“Бәйләнештә” Хәбиров һәр саҡ бәйләнештә!14.12.2018

Граждандар үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә.

“Хәйерле көн, Радий Фәрит улы, һеҙгә Стәрлетамаҡтан мөрәжәғәт итәм. Беҙҙең ҡалалағы 1-се дауахана поликлиникаһына иғтибар итһәгеҙ ине”, — тип яҙа Наталья Котова “Бәйләнештә” социаль селтәрендә һәм аҡтарылған стеналарҙы күрһәтә. Шул уҡ селтәрҙә Рөстәм Әлмөхәмәтов былай тип белдерә: “Яңылыҡтарҙы ҡараһаң, Өфөнө төҙөкләндереү буйынса ғына һүҙ бара. Стәрлетамаҡҡа ла иғтибар итһәгеҙ ине. Ҡарҙы әйтәм. Хоҙайбирҙин урамын ғына таҙарттылар, ихаталарға инеп тә булмай...”

Яуап өс сәғәт эсендә әҙерләнергә тейеш

Билдәле булыуынса, хәҙер Башҡорт­остан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа халыҡ социаль селтәрҙәрҙә лә мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, “Бәйләнештә” сайтында республика етәксеһенең рәсми сәхифәһендә Радий Фәрит улының Өфөгә коммуналь өлкә өсөн 39 махсус техника бүленеүе хаҡындағы яҙмаһына ҡарата 500-ҙән ашыу комментарий бар. Етәксегә еңел булмаған эшендә уңыштар теләү, райондарға ла иғтибар арттырыуҙы һорап мөрәжәғәт итеүҙән тыш, халыҡ күбеһенсә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юлдар, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең пациенттарға мөнәсә­бәте, дәүләт хеҙмәте, социаль түләүҙәр, хәүефһеҙлек (хәйер, барыһын да һанап бөтөрлөк түгел) һәм башҡа өлкәләге проблемалар буйынса яҙа.

Әлбиттә, барлыҡ мәсьәләләрҙе бер юлы ҡарап сығыу һәм көнөндә хәл итеү мөмкин түгел. Ошо йәһәттән әлеге мөрәжәғәттәрҙе эшкәрткән махсус “Инцидент” системаһының ярҙамы алмаш­тырғыһыҙ. Ул “Бәйләнештә”, “Фейсбук”, “Инстаграм”, “Класташтар” социаль селтәрҙәрендә (әйткәндәй, әлеге селтәрҙәрҙә хәҙер республика етәкселеге лә, район һәм ҡала башлыҡтары ла теркәлгән) иң етди, йыш ҡалҡып сыҡҡан проблемаларҙы асыҡлай, сөнки мөрәжәғәттәр араһында бер нисек тә нигеҙләнмәгән ялыуҙар, “күңел бушатып алыуҙар ҙа” юҡ түгел. Әйткәндәй, был система проблемаларҙы республика етәксеһенең сәхифәһен генә түгел, төрлө район һәм ҡалаларҙың социаль селтәр­ҙәрҙәге “Подслушано...”, “Типичный...” һымаҡ төркөмдәрен дә, матбуғаттағы яҙмаларҙы ла байҡай. Шуға социаль селтәрҙәге һәр комментарий, яҙма, сәхифә күҙ уңында тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ.

Был мөрәжәғәттәрҙе власть органдары байҡау менән генә сикләнмәй, урындағы хакимиәт вәкилдәре тәүлек эсендә уларға яуап бирергә тейеш. Яуапты өс сәғәт эсендә әҙерләү тәҡдим ителә һәм ул мөрәжәғәт итеүсенән “ваҡытлыса арыныр өсөн” генә формаль яуап булырға тейеш түгел, ә проблеманың асылы, уның буйынса ниндәй сара күреләсәген, мәсьәләне хәл итеү ваҡытын күрһәтеү мотлаҡ. Мәҫәлән, мәҡәлә башында поликлиника тураһында телгә алынған мөрәжәғәткә Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәтенең йәмәғәт институттары менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Илгиз Йәнәлиев көнөндә үк яуап бирҙе: “Дауахананың баш табибы Азат Ҡорбанғәлиев белдереүенсә, алдағы йылда учреждениела коридорҙарҙы ремонтлау, ишек һәм тәҙрәләрҙе алмаштырыу планлаштырылған. Бөгөн респуб­ликаның Һаулыҡ һаҡлау министрлығына кабель һәм яҡтыртыу селтәрен алмаштырыу буйынса мөрәжәғәт документтары тапшырылған, шуға быйыл коридорҙарҙа ремонт яһауҙың мәғәнәһе юҡ. Шул уҡ ваҡытта поликлиника бинаһының торошон һаҡлау өсөн күп көс һалына: быйыл онкологик сирлеләрҙе дауалауға тәғәйен­ләнгән ике кабинет тулыһынса йыһазлан­дырылды, регистратура бүлмәһе ремонтланды, өлөшләтә ишектәр һәм тәҙрәләр алмаштырылды...”

Әйткәндәй, граждандарҙың социаль селтәрҙәрҙә мөрәжәғәттәр буйынса эш төркөмө етәксеһе Елена Прочаковская белдереүенсә, октябрь уртаһынан алып һаулыҡ һаҡлау өлкәһе буйынса дөйөм республикала 700-ҙән ашыу мөрәжәғәт булған. Башлыса ялыуҙар тар белгестәр етешмәүгә ҡағыла.



Кешеләрҙе ишетергә ваҡыт

Юлдарҙы таҙартыу сифатына ҡәнәғәт­һеҙлек белдергән Рөстәм Әлмөхәмәтовҡа иһә хакимиәттең киң мәғлүмәт саралары менән бәйләнеш бүлеге начальнигы Елена Калюжная ошондай яуап бирҙе: “Ихаталарҙа ҡарҙы идарасы компаниялар таҙарта. Ҡала хакимиәте аҙна һайын улар менән осрашыу үткәрә һәм сетерекле хәл килеп тыумаһын тип талап итә. Бынан тыш, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Андрей Ермолаев ихаталар буйлап эш барышын тикшереп сыҡты”.

Срок тигәндән, тиҙ арала башҡарып сығырға мөмкин булған эштәргә ниндәй ҙә булһа алға китеш өсөн һигеҙ көн ваҡыт бирелә. Һүҙ ҙә юҡ, урындағы чиновниктың формаль яуап биреүе ихтимал, тик сиселмәй ҡалған проблемалар өйөлә барып, “Башинформ” йәмғиәте етәксеһе Ростислав Мырҙағолов әйтмешләй, муниципалитет хакимиәте башлығы йәнә рейтинг ярҙамында “ҡыҙыл зонаға” эләгәсәк һәм уның менән хушлашасаҡтар...

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән “тура бәйләнеш”тәрҙе барыһы ла хәтерләйҙер. Уларҙа ҡайһы берҙә, үкенескә ҡаршы, аҡылға һыймаҫлыҡ күренештәргә тап булаһың. Атап әйткәндә, район йәки ҡала хакимиәте хәл итерлек мәсьәләләрҙе халыҡ ил етәксеһе кимәленә күтәрергә мәжбүр һәм Президентҡа донъяуи кимәлдәге бурыстарҙы башҡарыр урынға кемдеңдер шәхси проблемаһын сисергә тура килә.

Осраҡлы иҫкә төшмәй был “тура бәйләнеш”тәр, республика етәксеһе лә Башҡортостаныбыҙ өсөн ҙур проекттар менән шөғөлләнеү ваҡытын ошондай мәсьәләләргә бүлергә мәжбүр. Халыҡтың талаптары, мөрәжәғәттәре урында ҡаралһа, хаттар инстанциялар аша урап кире ҡайтмаһа, байтаҡ проблемалар республика кимәленә сыҡмаҫ та ине.

Тимәк, кешеләр менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшергә, аралашырға һәм уларҙы ишетергә ваҡыт, ләкин бында бөтә асыуҙы урындағы хакимиәт башлығына ғына ла төшөрөргә ашыҡмайыҡ, сөнки торлаҡҡа сират, мәктәп етешмәү һымаҡ ҙур мәсьәләләр — бер, ә ниндәйҙер проблеманы предприятие етәксеһе, учреждение директоры һымаҡ вазифа биләүселәр ҙә хәл итә ала бит. Мәҫәлән, магазин алдын көрәп ҡуймау, автобустың һуңлауы... Иң мөһиме — кешене ваҡытында ишетеп өлгөрөү. Ошо урында республика етәксеһенең сәхифәһендәге тағы бер комментарий иҫкә төшә: “Ҡала һәм райондарҙың үҫеше, яҡшы яҡҡа үҙгәрештәр һәммәбеҙҙән тора”, — тип яҙа, мәҫәлән, Эльвира Ғәлләмова.

Мөрәжәғәттәр хәҙер муниципалитет башлыҡтарының үҙҙәренә лә күпләп килә. Кемдер фекерен яҙып ҡалдыра, кемдер шәхсән хәбәр итеп яҙып ебәрә. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡ башлығы Владимир Куликовтың сәхифәһендәге бер комментарийға иғтибар итәйек: “Хөрмәтле Владимир Иванович, автотранспорттың Вокзал урамынан Тыныслыҡ урамына табан хәрәкәт схемаһын үҙгәртергә кәрәк, тип уйлайым, сөнки машиналар Хоҙайбирҙин урамына борола алмау сәбәпле, тығын барлыҡҡа килә, ошо биҫтәлә йәшәгәндәргә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырыла”, — тип яҙа, мәҫәлән, Азат Хәбиров. Ҡала етәксеһе тәҡдим өсөн рәхмәт белдерә һәм артабан былай тип яуап ҡайтара: “Ҡала хакимиәтендә ай һайын юл хәрәкәте буйынса комиссия эшләй, сираттағы ултырышта мотлаҡ рәүештә һеҙҙең тәҡдимде ҡарарға тигән күрһәтмә бирәм, телефон номерығыҙҙы яҙығыҙ, ул комиссия ултырышына һеҙҙе лә саҡырабыҙ”.


“Ҙур проекттарға тотонорға кәрәк”

Халыҡ үҙенең зарын “Бәйләнештә”ге төрлө төркөмдәрҙә лә һөйләй һәм был мөрәжәғәттәр ҙә, бәхеткә күрә, яуапһыҙ ҡалмай. “Стерлитамак Сити” төркөмөндә, мәҫәлән, “Ҡутарыла башлаған авария хәлендәге йорттар ни өсөн һүтелмәй икән, иҫке биналар кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙыра бит”, — тип ризаһыҙлыҡ белдерә үҙен сер итеп ҡалдырған мөрәжәғәт итеүсе. Ҡала хакимиәтенең ошонда уҡ яуабынан күренеүенсә, бөгөн йорттарҙы һүтеү, урынын таҙартыу эштәрен башҡарырға теләгән подряд ойошмаларынан ғаризалар ҡабул ителә. Артабан улар араһында конкурс ойошторола һәм еңеүсе менән контракт төҙөлә. Контракт төҙөгәндән һуң ойошма 30 көндә был эште башҡарып сығырға тейеш.

Мөрәжәғәттәрҙе байҡағанда, шуныһы ла иғтибарҙы йәлеп итә — кемдер проблемаһы менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә белмәй ошонда яҙа һәм шул комментарийҙы уҡығандар уға эште кемдән, нисек башларға кәрәклеген төшөндөрә, уның проблемаһы өсөн кемдәр яуаплы икәнлеген аңлата. Улай ғына ла түгел, шундай күренешкә тап булдым: бер егет “Миңә ярҙам итһәгеҙ ине” тип мөрәжәғәт иткән һәм үҙенең проблемаһын яҡтыртҡан төркөмгә һылтанма ла ҡалдырған. Баҡтиһәң, ул үҙ йөрөшлө инвалид арбаһын һатып алырға аҡса йыя икән. Ябай кешеләр, ошо комментарий аша уның мөрәжәғәте менән танышып, арба һатып алыуға үҙ өлөшөн индерә – аҡса күсерә. Был күренешкә ҡыуанырға ғына ҡала.

Шул уҡ ваҡытта, әлбиттә, мәғлүмәтте гәзиттән йәки телевизор аша ғына ҡабул иткән кешеләр, мөрәжәғәттәрҙе ҡағыҙ хат аша еткереүселәр ҙә бар. Ҡалала йәшәп, интернеттан файҙаланмаусылар осрай, ауылдар тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Ундайҙарға нимә эшләргә һуң? Әлбиттә, был осраҡта матбуғат редакциялары ярҙамға килә ала. Мәҫәлән, кеше үҙенең мөрәжәғәтен беҙгә ебәрә һәм яуабын да гәзит аша беләсәк. Әйткәндәй, урындағы етәкселәр ҙә халыҡ менән нәҡ ошондай ысул аша аралаша ала.

...Иң мөһиме — кешеләр яңғыҙ түгел­леген, мөрәжәғәттәренең, талаптарының кире ҡағылмаясағын аңлай башланы. Мәҡәләне Радий Фәрит улының һүҙҙәре менән тамамлағы килә: “Беҙгә тиҙерәк меңләгән ваҡ мәсьәләне хәл итеп, кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға йүнәлтелгән ҙур проекттарға тотонорға кәрәк!”


Вернуться назад