Власҡа һүҙ әйтмә!13.12.2018
Дәүләт Думаһы депутаттары граждандарҙың ғүмеренә һәм һаулығына ҡурҡыныс тыуҙырған, йәмәғәт тәртибен һәм хәүефһеҙлеген боҙоуға алып килгән ялған мәғлүмәтте интернетта ысынбарлыҡ итеп күрһәтергә теләгәндәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһындағы документты уҡыуға сығарҙы.

Документҡа ярашлы, әлеге “статья” аҫтына эләккәндәргә — 3-5 мең һум, вазифалы кешеләргә — 30-50 мең һум, ойошмаларға 400 меңдән алып бер миллион һумғаса штраф ҡаралған.

Шул уҡ ваҡытта “Мәғлүмәт, мәғлүмәт технологиялары һәм мәғлүмәтте яҡлау тураһында”ғы законды ла тулыландырыу тәҡдим ителә. Интернетта йәмғиәткә, дәүләткә, дәүләт органдарына, Рәсәй һәм Конституция символдарына ҡарата негатив материалдар өсөн 5000 һумғаса штраф йәки 15 тәүлеккә тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған.


Вернуться назад