“Торатау” геопаркы төҙөлә12.12.2018
Төбәктең геологик, биологик һәм тарихи-мәҙәни мираҫын һаҡлап ҡалыу, шулай уҡ туризмды үҫтереү маҡсатында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған Указ менән республика Хөкүмәтендә Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә “Торатау” геопаркын ойошторорға, уны республика әһәмиәтендәге “Торатау”, “Йөрәктау” тәбиғәт ҡомартҡылары һәм геологик, биологик, тарихи-мәҙәни ҡиммәтте тәшкил иткән башҡа объекттар составына индерергә ҡушылды.

Башҡортостан Фәндәр академияһы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге менән берлектә “Торатау” геопаркын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекттары исемлегенә индереү буйынса саралар планы төҙөләсәк. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының “Конгресс-холл” дәүләт бюджет учреждениеһы атамаһын “Торатау конгресс-холы” дәүләт бюджет учреждениеһы итеп үҙгәртергә ҡарар ителде.

Башҡортостан Хөкүмәтенә ошо указды тормошҡа ашырыуға бәйле сығымдарҙы финанслау күләмен һәм сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика