Өлфәт Мостафин – беренсе12.12.2018
Өфө хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин “Медиалогия” буйынса мэрҙар рейтингында беренсе баҫҡысты биләне. Алдынғылыҡты яуларға уға “самаһы” һәм “яҡынса” тигән һүҙҙәрҙән баш тартыу талабы булышлыҡ иткән. Өфө мэры оператив кәңәшмәлә шулай уҡ ҡалалағы коммуналь техниканың яңыртыуға мохтажлығын да билдәләгәйне. Бынан тыш, Өлфәт Мостафин кадрҙар өлкәһенә лә бер нисә үҙгәреш индерҙе.

Медиарейтингтың икенсе баҫҡысында – Һарытау хакимиәте башлығы Михаил Исаев, өсөнсөлә иһә – Түбәнге Новгород мэры Владимир Панов менән Ҡазан сити-менеджеры Илсур Метшин.

Әйткәндәй, рейтинг 46,5 мең сығанаҡты үҙ эсенә алған киң мәғлүмәт саралары нигеҙендә төҙөлгән. Ноябрь рейтингында Радий Хәбиров Волга буйы федераль округындағы губернаторҙар рейтингында – беренсе, дөйөм рейтингта дүртенсе булды.




Вернуться назад