Толкачев Красногорскта07.12.2018
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе Секретары Константин Толкачев та эш сәфәре менән Красногорск ҡалаһында. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, унда әлеге мәлдә “Берҙәм Рәсәй” партияһының ХVIII съезы үтә. Башҡортостан делегацияһына республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселек итә.

Бөгөн съезд сиктәрендә дискуссия майҙансыҡтары эшләйәсәк, уларҙың береһендә доклад менән Константин Толкачев сығыш яһаясаҡ. Республика парламенты Рәйесе коллегаларына партияның төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеге тураһында, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлау һөҙөмтәләре, республикала һайлау кампанияларын ойоштороу методикалары, киләһе йылда уҙасаҡ һайлауға әҙерлек һәм башҡалар тураһында һөйләйәсәк.


Вернуться назад