“Берҙәм Рәсәй” ҡор йыя07.12.2018
Мәскәү эргәһендәге Красногорск ҡалаһында бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһының XVIII съезы эш башланы. Фекер алышыу “Яңырыу”, “Асыҡлыҡ” һәм “Лидерлыҡ” тип аталған өс майҙансыҡта ойошторолдо.

Сарала ҡатнашыусылар һәм делегаттар “Яңырыу-2018” төбәк съезд алды дискуссияларына йомғаҡ яһаясаҡ. Башҡортостан делегацияһына республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселек итә. Делегацияла – 46 кеше.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” парламент фракцияһы етәксеһе Рөстәм Ишмөхәмәтов әйтеүенсә, Башҡортостан делегацияһы форумдан партия проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса яңы бурыстар көтә.

Иртәгә программа форумы уҙғарыла. Унда “Үҫеш иҡтисады”, “Тормош сифаты”, “Ҡала мөхите һәм таҙа ил”, “Ауыл биләмәләрен үҫтереү” кеүек дүрт майҙансыҡ ойошторола.



Вернуться назад