Аҡыллылар көс һынаша07.12.2018
Башҡорт дәүләт аграр университетында Йәштәр сәйәсәте лигаһы тарафынан ойошторолған "Ике турнирҙар фестивале" һәм "Аҡыл һарайы" интеллектуаль һәм дискуссия ярыш майҙансыҡтары эш башланы.

Сарала республикабыҙҙың төрлө юғары уҡыу йорттарынан йыйылған командалар үҙ көсөн һынап ҡараясаҡ.

Ярыш майҙансығын асыу тантанаһында Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Руслан Хәбибов, Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев, университеттың уҡыу эштәре буйынса проректоры Наил Юнысбаев сәләмләү һүҙҙәре менән сығыш яһаны, сараның әһәмиәтен билдәләне, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.





Вернуться назад