Төп маҡсат – асыҡ һайлауҙар07.12.2018
Рәсәй Федерацияһында һәм республикала һайлау системаһы барлыҡҡа килеүгә 25 йыл тулыу айҡанлы Өфөлә байрам саралары ойошторолдо. 

Республикабыҙ илдең һайлау комис­сияларының берҙәм системаһында почетлы урын биләй: участ­ка һайлау комиссиялары һаны буйынса – өсөнсө урында (69 территориаль һәм 3426 участка һайлау комиссияһы эшләй), ә һайлаусы­лар һаны буйынса (30 мең самаһы) – тәүге биш төбәк иҫәбендә. Ошо йылдар эсендә Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы, федераль һайлау кампанияларынан тыш, 1998, 2003, 2014 йылдарҙа Баш­ҡортостан Президенты, БР Дәү­ләт Йыйылышы – Ҡо­ролтайға алты саҡырылыш һайлауҙарын, урындағы үҙидара органдарына бихисап һайлауҙарҙы, шулай уҡ, 1995, 2005 йылдарҙа референдумдар ойош­торған.

– Совет осоронда, биге­рәк тә постсовет заманында, был тар­маҡта аҙ эштәр баш­ҡарылманы. Рес­публи­каның һайлау систе­маһы ваҡыттың етди һынауын лайыҡлы үтте. Бөгөн ул – илдең иң абруйлы һәм һөҙөмтәле ойошма­ларының береһе. Ошо йылдар эсен­дә хоҡуҡи база булдырылды һәм ул артабан камиллаштырыла, һайлауҙарҙа йәмәғәт күҙәтеүе ойошто­роуҙың аныҡ механизмы бар, власть органдары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, – тип белдерҙе Башҡорт­ос­тан­дың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев үҙенең сығышында.

Шулай уҡ сарала һуңғы йыл­дарҙа республика хал­ҡының сәйәси тормошта йышыраҡ ҡат­наша башлауын, тауыш биреүҙе ойоштороу теүәллек, яуаплылыҡ талап итеүен, һайлау комиссияларында профессионалдар эш­ләүен, ниндәй генә хәл булһа ла, көсөр­гәнеште еңә алыуҙарын билдәләп үттеләр. Әлбиттә, сәйә­си партиялар әүҙемлә­шеү менән бер рәттән һайлау комиссия­ларының эше лә ҡатмарлаша бара, шул уҡ ваҡытта төп бурыс — кешеләрҙе социаль-ижтимағи һәм сәйәси процестарға, дәүләт тормошонда ҡатнашыуға йәлеп итеү үҙгәрешһеҙ ҡала. Әлбиттә, асыҡ һайлауҙар процедураһын тәьмин итеү ҙә – һайлау комис­сияһы эшмәкәрлегендәге иң мөһим ғәмәлдәрҙең береһе.


Вернуться назад