Иглин районы башлығы эшенән китте07.12.2018
Иглин районы хакимиәте етәксеһе Ғафуан Шәйхетдинов отставкаға китте. Ул был вазифала 2015 йылдан эшләгәйне. Иртәгә яңы башлыҡ менән таныштырасаҡтар.

Ғафуан Шәйхетдиновтың эшенән китеүен уҙған ял көндәрендә Яңы Иглинда булған ғәҙәттән тыш хәл тиҙләтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул мәлдә йөҙәрләгән йорт утһыҙ һәм йылыһыҙ ҡалғайны. Кешеләрҙе ваҡытлыса урындағы мәктәпкә урынлаштырҙылар.

Республика Хөкүмәтендә быны ярамаған эш тип атанылар. Өҫтәүенә бындай бәлә беренсегә түгел икән.



Вернуться назад