Етәксе алмашынды04.12.2018
Башҡортостан Республикаһы буйынса Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығында яңы етәксе. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡарары менән был вазифаға Альберт Яримов тәғәйенләнде. Быға тиклем ул идаралыҡ начальнигы урынбаҫары булып эшләй ине.

Республика етәксеһенең икенсе ҡарары менән Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы булып эшләгән Айбулат Хажин, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, вазифаһынан бушатылды.



Вернуться назад