Башҡортостан йәштәре хеҙмәттәшлек тәҡдим итә03.12.2018
Башҡортостандың йәштәр ойошмалары етәкселәре “Берҙәм Рәсәй” партияһы депутаттарына студенттар ятағында ҡабул итеүҙе ойошторорға тәҡдим итте. Был фекер “Берҙәм Рәсәй: йәштәр ҡарашы” бәхәс майҙансығында яңғыраны.

— Ҡасан, ниндәй депутаттың ҡабул иткәнен йыш ҡына йәштәр белмәй. Улар менән осрашып, беҙҙе тулҡынландырған темаларға фекер алышыу көнөн билдәләргә тәҡдим итәм, — тине республиканың Йәш педагогтар берекмәһе рәйесе Инесса Косолапова.

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Ғиззәтуллин был башланғысты хупланы. Йәштәр көнөндә депутаттар граждандарҙы, атап әйткәндә студенттарҙы дөйөм ятаҡтарҙа ҡабул итәсәк.

— Был бик яҡшы тәжрибә буласаҡ, — тип билдәләне Руслан Ғиззәтуллин. — Бындай ҡабул итеү көндәренә йәштәр берләшмәләренең етәкселәрен дә йәлеп итергә кәрәк.





Вернуться назад

Яндекс.Метрика