Радий Хәбиров: “Хәҙер инде янғын ҡорбандарын һанай башлайбыҙмы?”03.12.2018
27 ноябрҙә Стәрлетамаҡтағы “Синтез-Каучук” предприятиеһында янғын сығыу арҡаһында дүрт кеше дауаханаға эләкте. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

— Үткән аҙнала 81 техноген янғын теркәлгән. Уларҙа дүрт кеше үлгән, туғыҙы — йәрәхәтләнгән, 33-ө — ҡотҡарылған. Федоровка районында янғын сығыу осраҡтары — 50 процентҡа, үлгәндәр һаны алты тапҡырға артҡан. Бөгөндән Башҡортостан биләмәһендә “112” системаһы сәнәғәт эксплуатацияһына индерелә. Был тәңгәлдә Волга буйы федераль округында Башҡортостан — өсөнсө субъект, — тине ул.

Төбәк етәксеһе янғын осраҡтары буйынса хәлде төҙәтергә ҡушып: “Беҙ һеҙҙең менән юл ҡорбандарын һанай инек, хәҙер янғында һәләк булғандарға күсәбеҙме?” — тине.


Вернуться назад