Мәғариф министрлығында — яңы етәксе03.12.2018
Айбулат Хажин Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров ошо туралағы Указға ҡул ҡуйылыуы хаҡында белдерҙе. Ведомствоның әүәлге етәксеһе Гөлназ Шафиҡова отставкаға китте.

Айбулат Вәкил улы Хажин 1973 йылдың 30 сентябрендә Өфөлә тыуған. Өфөнөң 1-се медицина училищеһын, Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың мәғариф отличнигы.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1996 йылда Арағаяштағы 2-се урта мәктәптә химия уҡытыусыһы булып башлай. 1997—2000 йылдарҙа Урал дәүләт физик культура академияһы аспиранты була. Төрлө йылдарҙа Урал дәүләт физик культура университетында өлкән уҡытыусы, доцент, докторант, декан урынбаҫары, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында директор урынбаҫары, Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһында проректор, Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратында сектор мөдире, республиканың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы начальнигы урынбаҫары булып эшләй. 2014—2016 йылдарҙа Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары, 2016—2018 йылдарҙа иһә республиканың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығы етәксеһе була.


Вернуться назад