Ҡоролтайҙа – яңы рәйес28.11.2018

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының ултырышында башҡорт халҡын берләштергән төп йәмәғәт ойошмаһына яңы рәйес һайлау мәсьәләһе ҡаралды. Был вазифа Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы етәксеһе Данир Ғәйнуллинға ышанып тапшырылды.


Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылында тыуған. Заманында Башҡорт йәштәре иттифағының төп ойоштороусыларының береһе була, әле ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәре һәм дәүләт хеҙмәте етәксеһе булараҡ билдәле.


Вернуться назад