“Мөнәсәбәттәрҙе киңәйтергә әҙербеҙ”23.11.2018
“Мөнәсәбәттәрҙе киңәйтергә әҙербеҙ”Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Ҡаҙағстандың Ҡазандағы Генераль консулы Еркин Тоҡомов менән осрашты.

– Ҡаҙағстан – Башҡортостандың күптәнге мөһим партнеры, – тине Рөстәм Мәрҙәнов. – Төрлө тармаҡтарҙа халыҡ-ара һәм төбәк-ара кимәлдәрҙә һөҙөмтәле эш алып барабыҙ. Беҙ ғәмәлдәге мөнәсәбәттәрҙе тағы ла киңәйтергә, үҙ-ара файҙалы башланғыстарҙы әүҙемләштерергә әҙербеҙ.
Еркин Тоҡомов хеҙмәттәшлек форматын яңыртырға тәҡдим итте.

– Беҙ Башҡортостанда консуллыҡ хеҙмәткәренең ҡайһы бер вәкәләттәре йөкмәтелгән почетлы консул институтын булдырырға тәҡдим итәбеҙ. Был барлыҡ эш йүнәлештәрен көйләргә һәм мөнәсәбәттәребеҙҙе яңы кимәлгә сығарырға мөмкинлек бирәсәк, – тине ул.

Яҡтарҙың фекеренсә, транспорт-логистика, нефть һәм газ химияһы тармаҡтарында, металлургияла, аграр сәнәғәттә тормошҡа ашырылған берлектәге проекттар тышҡы иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә. Туризм, рекреация һәм мәғариф өлкәләре айырым иғтибарға лайыҡ.

Осрашыуҙа шулай уҡ мәҙәни һәм гуманитар йүнәлештә хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре тикшерелде. Бынан тыш, Өфөнән Астанаға, Алматыға йәки Атырауға тура рейс асыу мөмкинлеге ҡаралды.


Вернуться назад