Юрий Мельников – социаль именлек һағында22.11.2018
Юрий Мельников – социаль именлек һағындаЮрий Мельников Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Әлегә тиклем ул министрҙың беренсе урынбаҫары булып эшләне. Бер ай элек уның етәксеһе Ленара Иванова республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнгәйне.

Юрий Мельников 1976 йылда Күмертау ҡалаһында тыуған. Ырымбур дәүләт медицина академияһын, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа Күмертауҙағы психоневрология диспансерында психиатрия бүлеге мөдире, Күмертау психоневрология интернатындағы халыҡты социаль яҡлау системаһының дәүләт бюджет социаль хеҙмәтләндереү стационар учреждениеһы директоры булып эшләй. 2016 йылда ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә.



Вернуться назад