Француздар Шүлгәнташ менән таныша20.11.2018
Париждағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәге майҙансығында республикабыҙҙың ЮНЕСКО менән хеҙмәттәшлегенең 20 йыллығына арналған Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙғарылды. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге рәсми делегация ҡатнашты.

Сараның төп маҡсаты – халыҡ-ара йәмәғәтселекте Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәр һәм Рәсәйҙәге тәүге “Янғантау” геопаркы менән таныштырыу. Уларҙың тәүгеһе – ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә, икенсеһе иһә ЮНЕСКО-ның глобаль геопарктар селтәренә инеүгә дәғүә итә. Сәфәр барышында ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә рәсми кешеләр, ЮНЕСКО белгестәре һәм эксперттары, Францияның һәм башҡа сит илдәрҙең музей-ҡурсаулыҡтары, ЮНЕСКО халыҡ-ара статусын алған музей комплекстары һәм геопарктар вәкилдәре ҡатнаша.


Вернуться назад