Илһөйәрлек – ҡаныбыҙҙа20.11.2018

“Башҡортостан” дәүләт концерт залында “2016 – 2020 йылға Рәсәй Федерацияһы граждандарында илһөйәрлек тәрбиәләү” дәүләт программаһы сиктәрендә уҙғарылған “Республика намыҫы өсөн” фестиваленә йомғаҡ яһалды. Йыр-моңдан һәм дәртле бейеүҙәрҙән торған концерт тамашасының күңеленә хуш килде.


Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән сәләмләп:
– Мәҙәни мираҫты һаҡлап ҡалыу һәм уны популярлаштырыу – изге эш. Бөгөн, ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, ҡайһы бер донъяуи сәйәсмәндәр тарих биттәрен үҙгәртеп яҙырға тырыша. Бындай мәлдә илһөйәрлек сифаттарын һаҡлап ҡалыу үтә мөһим. Беҙҙең илдә бының өсөн күп эштәр башҡарыла. “Республика намыҫы өсөн” фестивалендә ҡатнашҡан һәр кем үҙенең талантын һәм илһөйәрлек рухын сағылдырҙы, – тине.

Был көндө мәктәп, балалар баҡсалары, со­циаль приют, ижади студия, йәмәғәт үҙәктәре коллективтарына балаларҙы рухи, әхлаҡи яҡтан үҫтергәндәре, уларҙа илһө­йәрлек тойғо­лары тәрбиәләгәндәре өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар. Спорт, сәнғәт өлкәһендә уңыш ҡаҙанған балалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы.


Батырлыҡ ҡылыр өсөн сит ил кино­ла­рындағылай махсус костюмдар, ғәҙәти булмаған көс-һәләт түгел, ә ҡыйыу йөрәк һәм кешелеклелек кәрәк. Мәләүездән Ләйлә Сәйфетдинова дүрт йәшлек малайҙы машина тәгәрмәстәре аҫтынан йолоп ала; Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ярослав Адоньев күп ҡатлы йорттоң тәҙрәһенән ҡолап төшкән баланы ҡотҡара; Денис Кузнецов ҡурҡыныс енәйәтсене полиция хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе эҙәрлекләп уны һаҡ аҫтына алырға ярҙам итә. Улар барыһы ла үҙ ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, кеше ғүмерен ҡотҡарырға ынтыла, быға һоҡланмау һәм тетрәнмәү мөмкин түгел. Йәш геройҙарҙы бүләкләгәндә зал алҡыштарға күмелде.


Әйткәндәй, фестивалдә киң мәғлүмәт саралары өсөн дә махсус номинация булды­рылғайны. Илһөйәрлек темаһына арналған махсус проекттар өсөн Башҡортостан Юлдаш телевидениеһы, тематик репортаждар өсөн “Бәләбәй хәбәрҙәре” гәзите бүләкләнде. Еңеүсе исеме иһә “Аманат” республика балалар һәм үҫмерҙәр журналына тапшырылды.


Вернуться назад