Уҡытыусыларға – милли система17.11.2018
Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Сергей Кравцов менән осрашты.

Башҡортостан етәксеһенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2018 йылғы имтихан кампанияһының йомғаҡтары һәм 2019 йылда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһын ойоштороу буйынса бурыстар тикшерелгән. Шулай уҡ республикала педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри үҫешенең милли системаһын булдырыу мәсьәләһен дә күтәргәндәр.


Вернуться назад