Асыҡ тыңлауҙар үтте16.11.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда “2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы законы проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үтте.

– Республика халҡы, һалым түләүсе булараҡ, бюджеттың нисек тупланыуын, аҡсаның нимәгә тотонолоуын, ниндәй маҡсатҡа өлгәшеүебеҙҙе белергә тейеш. Сираттағы финанс йылына һәм план осорона бюджет тураһындағы закон проекты буйынса тыңлауҙар республикала икенсегә үткәрелә. Унда теләге булған һәр кеше ҡатнаша ала, – тине Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев.

Тыңлауҙарҙа 350-нән ашыу кеше ҡатнашты. Шуларҙың һигеҙе сығыш яһарға теләк белдерҙе. Граждандар ауыл ерендәге медицина хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын арттырыуға өҫтәмә аҡса бүлеү, райондарҙа юл һалыу, баҡсасылыҡ хәрәкәтенә ярҙам күрһәтеү, спортты, йәштәр һәм демография сәйәсәтен үҫтереүгә сығымды арттырыу буйынса тәҡдимдәр индерҙе.


Вернуться назад