“Беҙҙе ислам, берҙәм төрки донъяһы берләштерә”15.11.2018
15 ноябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Ботиржон Асадов менән осрашты.

Яҡтар сәнәғәт, сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе. Логистик инфраструктураны үҫтереү, үҙ-ара тауар әйләнешен арттырыу, туризм, осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, үҙ-ара эшмәкәрлектең иң перспективалы йүнәлештәрен тәшкил итә.

– Үзбәкстан – республикабыҙҙың күптәнге партнерҙарыбыҙҙың береһе. Бөгөн Башҡортостан – Үзбәкстан мөнәсәбәттәре барлыҡ йүнәлештәр буйынса тиерлек үҫә. Һеҙҙең менән мәҙәни, тел, рухи тамырҙарыбыҙ уртаҡ. Беҙҙе ислам, берҙәм төрки донъяһы берләштерә, – тине Радий Хәбиров.

– Тауар әйләнешен арттырыу өсөн мөмкинлек барлығын аңлайбыҙ. Үзбәкстан партнерҙары менән сәнәғәт кооперацияһына әҙербеҙ. Республикалағы байтаҡ предприятие һеҙҙең илгә сифатлы продукция оҙата ала. Беҙ аралашыу, бөтә өлкәләрҙә лә мөнәсәбәттәребеҙҙе үҫтереү буйынса тәҡдимдәр өсөн асыҡбыҙ.


Вернуться назад