Депутат ярҙам итә15.11.2018
Ермолаевкалағы коррекцион мәктәп-интернаты оҙаҡламай өр-яңы спорт ҡорамалдары менән тулыландырыласаҡ.

“Милләт йәшлеге” фонды 100 мең һумлыҡ сертификат бүләк итеп, йәш спорт һөйөүселәрҙе шатландырҙы. Был фонд 13 тапҡыр Паралимпия чемпионы, Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова тарафынан ойошторолоп, уңышлы эшләп килә. Мәктәп-интернаттың етәкселәре әйтеүенсә, бындай ҙур бүләк балаларҙың спорт менән шөғөлләнеү теләген тағы ла көсәйтер, еңеүҙәргә ынтылыш тыуҙырыр.


Вернуться назад