Ринат Дәминов – төбәк операторы етәксеһе13.11.2018
“Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙағы дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы” фондына Ринат Дәминов етәкселек итәсәк.

Әлегә тиклем ул Стәрлетамаҡ хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләгән, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм ҡаланы төҙөкләндереү мәсьәләләрен көйләгән.

Төбәк операторына 2013 йылдан етәкселек иткән Борис Герасимов үҙ теләге менән эштән китеү тураһында ғариза яҙған.


Вернуться назад