Кемдер вата, кемдер һата, ә кемдер ... ауыҙ асып ҡала12.11.2018
Башҡортостандан тәбиғи ташты рөхсәтһеҙ күпләп ситкә оҙатыуҙы туҡтатыу сараларын күреү дауам итә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткәрелгән ултырышта республикаға ҙур зыян килтергән был етешһеҙлек өсөн Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығын тәнҡитләнеләр. Ләкин министр бының менән риза түгел ине.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Баймаҡ районының Темәс ауылында булғанда, ошондағы һәм бөтә Урал аръяғындағы карьерҙарҙан рөхсәтһеҙ таш сығарыуҙы һәләкәткә тиңләгәйне. Тәбиғи таш сығарған төрлө ойошмалар райондар ҡаҙнаһына һалым түләмәй, эшләгән кешеләре рәсми теркәлмәгән, ауыр йөк машиналары юлдарҙы һәм күперҙәрҙе емерә...

– Ер биләмәһен файҙаланырға рөхсәт биреү тәртибен билдәләгән 144-се республика законы урындағы халыҡтың мәнфәғәтен иҫәпкә алмай, уға тейешле төҙәтмәләр индерергә кәрәк, – тине министр Илдар Һаҙыев.

Республиканың тәбиғәтте һаҡлау буйынса район-ара прокуроры вазифаһын башҡарыусы Рушан Хәйретдинов аңлатыуынса, былтыр полицияға файҙалы ҡаҙылмаларҙы рөхсәтһеҙ сығарылыуы тураһында 140 мөрәжәғәт килгән, ләкин өс кенә енәйәт эше ҡуҙғатылған, шуларҙың икеһе туҡтатылып торған. Таш сығарған ике кешегә ҡарата берҙән-бер хөкөмдө Юғары суд “килтерелгән зыянды билдәләүҙең ышандырмауы сәбәпле” юҡҡа сығарған. Әммә ултырышта полиция, прокуратура һәм Баймаҡ районы вәкилдәре сығыш яһаманы.
(Был турала тулыраҡ мәғлүмәтте гәзиттең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ).


Вернуться назад