Каринэ Хәбирова “Һөйөклө сабый” үҙәгендә09.11.2018
Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың хәләл ефете Каринэ Хәбирова, Башҡортостанға тәжрибә алмашыу өсөн килгән Красногорскиҙан депутат Вера Иванова һәм Рәсәй дәүләт социаль университеты ректораты ҡарамағындағы советник Рөстәм Әхмәҙинуров Өфөнөң “Һөйөклө сабый” үҙәгендә булды.

Ике йыл эсендә үҙәктә хәүеф төркөмөнә ингән 300 сабыйға ярҙам күрһәтелгән. Йөҙҙән ашыу баланың һаулығындағы төрлө кәмселектәр төҙәтелгән. Уларға шулай уҡ психолог, логопед, остеопат ярҙамы күрһәтелә, физиодауалау, массаж, эрготерапия үткәрелә. Был саралар организм функцияларының 50 процентын тергеҙеү мөмкинлеген бирә.

Ойошма ҡарамағында “Үҙенсәлекле балалар” хәйриә фонды эшләй. Күптән түгел Абилитация институты асылған. Осрашыуҙа баш ҡаланың Дим районы етәкселеге үҙ биләмәһендә абилитацияны үҫтереү йәһәтенән пилот проектын тормошҡа ашырыу теләген белдерҙе.


Вернуться назад