Яман шешкә ҡаршы көрәш көсәйәсәк06.11.2018
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Президиумы республиканың алдағы йылдарға социаль-иҡтисади үҫеш һәм бюджет проекттарын ҡараны. Улар йыл аҙағында Закон итеп ҡабул ителергә тейеш.

– Мотлаҡ медицина страховкалау фондына киләһе йылға күберәк аҡса бүлеү планлаштырыла, нигеҙҙә, ул яман шешкә ҡаршы көрәште көсәйтеүҙә файҙаланыласаҡ, сөнки беҙҙең республикала ошо сиргә дусар булыусылар күбәйҙе, – тине Фонд етәксеһе Алексей Меньшиков журналистар менән һөйләшкәндә.

Бюджет тураһындағы закон проекты 2019 йылды һәм 2021 йылға тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала. Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Лира Иғтисамова әйтеүенсә, республика ҡаҙнаһының киләһе йылға килеме – 172 миллиард һум, ә сығымдары 192 миллиард һум күләмендә булыр тип планлаштырыла. 2020 йылда килем – 167 миллиард һум, сығым – 187 миллиард һум, ә 2021 йылда был күрһәткестәр, шуларға ярашлы, 174 миллиард һәм 187 миллиард һум итеп күҙаллана.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика