Парламентта – асыҡ тыңлауҙар05.11.2018
“2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законы проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәреү хаҡында мәғлүмәти белдереү.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “2019 йылға һәм 2020, 2021 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы законы проекты буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәреү хаҡында белдерә.

Асыҡ тыңлауҙар 2018 йылдың 15 ноябрендә иртәнге сәғәт 10-да Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 40) йыйылыш рәүешендә уҙғарыла.

Закон проектының тексы Башҡортостан Республикаһы хоҡуҡи мәғлүмәттәренең рәсми интернет-порталында (www.npa.bashkortostan.ru) һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың “Интернет” мәғлүмәт-телекоммуникация селтәрендәге рәсми сайтында урынлаштырылған.
Закон проектындағы “Граждандар өсөн бюджет” менән Башҡортостан Финанс министрлығының рәсми сайтындағы (https://minfin.bashkortostan.ru) “Асыҡ бюджет” бүлегендә танышырға мөмкин.

Асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашырға теләгән граждандарҙы алдан теркәү 2018 йылдың 2 – 11 ноябрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (төшкө тәнәфес көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем) (347) 218-31-50 телефоны йәки kbudget@bashkortostan.ru электрон почтаһы аша ойошторола.

Электрон теркәлгәндә асыҡ тыңлауҙарҙа ҡатнашыуға ғариза тәғәйен форма буйынса ебәрелергә тейеш. Телефон аша теркәлгәндә граждан исем-шәрифен, тыуған көнөн, йәшәгән урынының, ойошма йәки йәмәғәт берекмәһе вәкиле булған осраҡта, ошо ойошманың адресын хәбәр итергә тейеш. Асыҡ тыңлауҙарҙа сығыш яһарға теләгән граждан сығышының темаһын да белдерергә бурыслы.

Закон проекты буйынса дәлилләнгән иҫкәрмәләр һәм тәҡдимдәр 2018 йылдың 11 ноябренә киске сәғәт 6-ға тиклем kbudget@bashkortostan.ru электрон почтаһына ебәрелә ала. Был осраҡта гражданға исем-шәрифен, тыуған көнөн, йәшәгән урынының, ойошма йәки йәмәғәт берекмәһе вәкиле булған осраҡта, ошо ойошманың адресын хәбәр итеү фарыз.

Асыҡ тыңлауҙарға килгән кешеләр 2018 йылдың 15 ноябрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан алып 9 сәғәт 45 минутҡа тиклем Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда теркәлә. Уларға паспорт йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ тәҡдим итеү шарт.

Асыҡ тыңлауҙарҙы үткәреү тәртибе Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2017 йылдың 6 июлендәге “Сираттағы финанс йылына һәм план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһындағы һәм отчет финанс йылына Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһындағы Башҡортостан Республикаһы закондары проекттары буйынса асыҡ тыңлауҙар үткәреү һәм уларҙың һөҙөмтәләрен билдәләү тәртибе хаҡында”ғы 2445-се ҡарары менән билдәләнгән.

forma-zajavki-na-uchastie-v-publichnyh-slushanijah.docx


Вернуться назад

Яндекс.Метрика