Яңы ятаҡҡа кем аҡса юллаған?04.11.2018


– 2016 йылда ауыл биләмәләренә эш сәфәре менән барғанда юғары уҡыу йорттары ятаҡтарында урын етешмәүе, һөҙөмтәлә ҡырҙан килгән студенттарҙың фатирға аҡса түләп йәшәүе тураһында күп ишеттем, – тине үҙе үткәргән кәңәшмәлә “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутаты Илдар Бикбаев.

Һөҙөмтәлә ул Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән, Иҡтисади үҫеш министрлыҡтары ярҙамында федераль бюджеттан Башҡорт дәүләт университетына өҫтәмә корпустар төҙөүгә 300 миллион һум тирәһе аҡса бүлдереүгә өлгәшә. Был ике ятаҡ юғары уҡыу йортоноң төп бинаһына яҡын урынлашасаҡ. Тәүгеһен – 2020, икенсеһен 2025 йылда сафҡа индереү планлаштырыла.


Вернуться назад