Радий Хәбиров: “Беҙ кешеләргә мөмкин тиклем асыҡ булырға тейешбеҙ”01.11.2018
Республикала муниципалитеттарҙы үҫтереүгә арналған семинар-кәңәшмәлә урындағы бюджеттарҙың килем ҡеүәтен арттырыу, биләмәләрҙең социаль инфраструктураһын үҫтереү, халыҡ менән һөҙөмтәле бәйләнеш булыдырыу мәсьәләләре тикшерелде. Унда ҡала һәм район хакимиәте башлыҡтары, Хөкүмәт ағзалары, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, эксперттар ҡатнашты.

– Беҙ халыҡтың партнерҙары булырға, уларҙы ишетергә тейешбеҙ. Тап һеҙгә таянып эш итергә тейешлегемде аңлайым. Көслө башлыҡ – ҡеүәтле республика. Шуға күрә өҫтөнлөктәр бер үк булыуын теләйем, – тине Радий Хәбиров семинар-кәңәшмәне асып.


Вернуться назад