Өфөлә – Владимир Жириновский30.10.2018
Башҡортостандың баш ҡалаһына эш сәфәре барышында ЛДПР фракцияһы лидеры Владимир Жириновский республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән осрашты.

Һөйләшеүҙә партия төҙөлөшө, төбәктәге социаль-иҡтисади хәл, спортты, туризмды үҫтереү, мәҙәни мираҫты һаҡлауға булышлыҡ итеү мәсьәләләре тикшерелде.

Владимир Жириновский шулай уҡ Башҡорт дәүләт университеты студенттары менән аралашты, уларға Рәсәй тарихы юҫығында заманса сәйәсәт тураһында лекция уҡыны, йәштәрҙе борсоған белем һәм иҡтисад хаҡындағы һорауҙарға яуап бирҙе.



Вернуться назад