Эсәр һыу - хәйбуллаларҙың төп проблемаһы28.10.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәрен Хәйбулла районында дауам итте. Бында ул район үҙәге Аҡъярҙағы үҙәк дауаханала булды.

Район мәҙәниәт йорто янында халыҡ менән осрашыуҙа хәйбуллалар үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы күтәрҙе. Район халҡын борсоған төп мәсьәләләрҙең береһе - эсәр һыуға ҡытлыҡ булыуы. Шулай уҡ башҡа төбәктәргә хас булған насар юлдар - Хәйбулла өсөн дә хас күренештәрҙең береһе.

1964 йылда сафҡа ингән район Мәҙәниәт йорто ла күптән инде яңыртылыуҙы көтә. Сәхнәнең һәм тамашасы залының бәләкәйлеге, артистар өсөн кейенеү, биҙәнеү бүлмәләренең бөтөнләй булмауы бында баш ҡала һәм сит төбәктәрҙән артистарҙы ҡабул итеүҙә ҙур ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. 2007 йылда башланған яңы Мәҙәниәт йорто төҙөлөшө аҡса юҡлыҡтан туҡталып ҡалған. Төҙөлөш эшен ҡайтанан тергеҙеүҙә район халҡы төбәк етәксеһенән ярҙам һораны.

Радий Хәбиров: “Тәүге тапҡыр Аҡъярға килдем. Мине һеҙҙең нисек йәшәүегеҙ һәм ниндәй проблемалар борсоуы ҡыҙыҡһындыра. Әле һеҙҙе иғтибар менән тыңланым, артабан уларҙы хәл итеү юлдарын бергәләшеп асыҡларбыҙ. Мин ғәҙеллек яҡлы һәм башҡаларҙан да шуны талап итәсәкмен”, - тине.


Вернуться назад