Радий Хәбиров: "Аҡсаны тотона белергә кәрәк"28.10.2018
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров кисә кис Баймаҡ районы ветерандары менән осрашты. Унда төбәк хеҙмәтсәндәре лә саҡырылғайны.

- Мин һеҙҙең менән райондың һәм бөтә төбәктең проблемаларын белер өсөн осрашам. Барлыҡ мәсьәләләрҙе бер-бер артлы хәл итәсәкбеҙ. Беҙ бөтәбеҙ ҙә халыҡҡа хеҙмәт итергә тейешбеҙ, - тине Радий Фәрит улы осрашыу башында.


Ветерандар төбәк етәксеһенең ауылдағы медицина ярҙамы торошона иғтибар итеүен үтенде. Улар әйтеүенсә, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ҡулайлаштырыу бигүк уйланып еткерелмәй эшләнгән, күп участка дауаханаларында кәрәкле белгестәр етешмәй.

Радий Хәбиров, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә проблемалар етерлек, күптәре Өфөлә лә хәл ителмәгән, тине. Ул йәнә бер проблемаға иғтибарҙы йүнәлтте: Башҡортостанда федераль бюджеттан бүленгән финансты ваҡытында үҙләштермәгәндәр.

- Федераль үҙәк менән дөрөҫ хеҙмәттәшлек итергә һәм һаулыҡ һаҡлау, мәғариф өлкәһенә бүленгән аҡсаны уйлап, һаҡсыл тотонорға өйрәнергә кәрәк, - тине төбәк етәксеһе.


Радий Хәбиров ветерандарға Темәс ауылы янындағы тәбиғи таш сығарылған карьерҙы ҡарауын әйтеп, эште ҡырағайҙарса алып барыуҙарын белдерҙе:

- Һеҙҙе талайҙар бит: бөтә биләмәне соҡоп бөткәндәр, тәбиғәткә зыян килтергәндәр. Мин карьер эшмәкәрлегенә ҡаршы түгел, тик ул кешелекле алып барылырға, етмәһә, табыштың төп өлөшө район проблемаларын хәл итеүгә тотонолорға тейеш.


Радий Фәрит улы шулай уҡ Әбйәлил районы мәктәптәрендә булғандан һуң уларҙағы урам бәҙрәфтәре мәсьәләһен хәл итергә ҡушҡанын хәбәр итте.

- Беҙ ХХI быуатта йәшәйбеҙ, ә балалар һыуыҡ ваҡытта бәҙрәфкә урамға йөрөргә мәжбүр, уларҙың сәләмәтлеген ҡайғыртырға кәрәк, - тине ул.


Осрашыуҙа район гәзиттәрен һаҡлап алып ҡалыу, оло кешеләр өсөн уларҙың хаҡы ҡиммәт булыуы тураһында ла һүҙ барҙы. Республика етәксеһе был ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ярҙам вәғәҙә итте.

Шулай уҡ ул урындағы агросәнәғәт етәкселәренең һәм фермерҙарҙың ауыл хужалығы техникаһының етешмәүе, осһоҙ кредиттарҙы юллай алмауҙары хаҡындағы мөрәжәғәттәренә бөтә был проблемаларҙың ныҡлап өйрәнелеп, яйлап хәл итеүҙе талап иткәнен белдерҙе.

Осрашыу һуңында Радий Хәбиров Баймаҡ районы ветерандары һәм хеҙмәтсәндәренә ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт әйтте:

- Һеҙҙең кеүек үҙ вазифаһында 40-ар йыл хеҙмәт иткән кешеләр беҙҙең республика ғорурлығы ла инде. Миңә һеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе ишетеү бик мөһим ине.


Вернуться назад