Төбәк етәксеһе - Баймаҡ районында27.10.2018
Көндөң икенсе яртыһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәрен Баймаҡ районында дауам итте.

Тәүге туҡталыш Темәстә булды. Ул -- Баймаҡ районындағы иң ҙур һәм боронғо ауылдарҙың береһе. Төбәк етәксеһе ундағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында булып, бай экспонаттар менән яҡындан танышты. Ҡунаҡтарҙың иғтибарын бигерәк тә Башҡортостандың беренсе Хөкүмәтенә арналған зал йәлеп итте.

Радий Фәрит улы Темәс халҡы менән яҡындан аралашты, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тыңланы.

Артабан республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының юлы Түбә ауылындағы иман йортона төштө. Шулай уҡ Баймаҡ районындағы сәфәргә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ҡушылды. Ҡунаҡтар әле "Талҡаҫ" ял йортоноң киләсәккә пландары менән таныша.

Иртәгә эш сәфәре Баймаҡ ҡалаһында дауам итәсәк.


Вернуться назад