Мандат — Галина Ишмөхәмәтовала26.10.2018
Өфөлә “Берҙәм Рәсәй” партияһы вәкилдәре Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙағы ике буш урындың кемгә эләгеүен хәл итте. Асыҡланыуынса, Өфөнөң элекке мэры Ирек Ялаловтың мандаты әүәлге саҡырылыш депутаты, “Уфимские ведомости” гәзите һәм “Уфа” журналы мөхәррире Галина Ишмөхәмәтоваға эләгәсәк. Икенсе мандаттың хужаһы бөгөн билдәләнә.

Хәбәр ителеүенсә, Башҡортостан парламенты депутаты Ирек Ялалов вәкәләттәрен ваҡытынан алда һалғайны. Уға республика закондар сығарыу органынан Федерация Советы ағзаһы вәкәләттәре йөкмәтелде. Икенсе депутат — “Яҡтыкүл” шифаханаһы директоры Илдар Нафиҡов — Әбйәлил районы башлығы итеп һайланыу сәбәпле вәкәләттәрен һалды.


Вернуться назад